Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
14 Апрель 2021, 09:17
Республиканың көнбайышында һәм көньяғында яҙғы баҫыу эштәре башланды
Башҡортостандың көнбайышында бер нисә хужалыҡ баҫыу эштәренә тотондо.
Республикала рәсми рәүештә сәсеү кампанияһы башланды, тип хәбәр иттеләр Ауыл хужалығы министрлығынан.
13 апрелдән Шаран районы фермеры Рәмил Иҙиәтуллин ужым бойҙайын туҡландырыу эшен башҡара. Хужалыҡта иген культураларын эшкәртеүҙең «нуль» технологияһы файҙаланыла, йәғни ерҙе һөрмәйҙәр.
Туймазы районында «Өйәҙе» крәҫтиән-фермер хужалығы ужым культураларын туҡландырыуға тотондо.
Ғәҙәттәгесә, Күгәрсен районы аграрийҙары ла тәүгеләр рәтендә баҫыуға сыҡты.
Республикала ужым культуралары 418 мең гектар майҙанда сәселгән (2020 йылға +59,5 мең гектар). Шуның 187 мең гектарында – ужым арышы, 221 гектарҙа – ужым бойҙайы.
Яҙғы культураларҙы 2 миллион гектар майҙанда сәсеү планлаштырыла.
Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы
https://
www.bashinform.ru/news/1582099-na-zapade-i-yuge-bashkirii-nachalis-vesennie-polevye-raboty/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"