Башгидрометео үҙәгенән хәбәр итеүҙәре буйынса, иртәгә, 12 апрелдә республикала урыны менән аномаль эҫе һауа торошо көтөлә. Һауа температураһы норманан 7-10 градусҡа йылыраҡ буласаҡ. Ошо сәбәпле һыу батыуы хәүефе лә бермә-бер арта.
Дөйөм алғанда, һауа торошо ҡоро буласаҡ, төньяҡта бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Төньяҡ-көнсығыштан талғын ел иҫәсәк. Төндә 0, +5, көндөҙ +12,+17 градус йылы буласаҡ.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы телефоны 8(347) 233-99-99. Әгәр хәүефле хәлдә ҡалһағыҙ йәки ҡотҡарыу сараларына бәйле мөһим мәғлүмәт әйтергә теләһәгеҙ, 01, 101 телефондарына шылтыратығыҙ. Бөтә ашығыс хеҙмәттәрҙең берҙәм номеры – 112.