Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Апрель 2021, 10:10

“Елкән” һеҙҙе саҡыра

"Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә яңы проект башлай.

Йәш музыканттарҙың “Елкән” беренсе телевизион конкурсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылына арнала. Конкурсанттар башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен, башҡорт халыҡ көйҙәрен башҡара.
Бәйгелә дүрт номинацияла 8-14 йәшлек йәш музыканттар ҡатнаша ала:
*Фортепьяно
*Ҡыллы уйын ҡоралдары
*Тынлы уйын ҡоралдары
* Халыҡ уйын ҡоралдары.
Ә "Елкән" телеконкурсы өс турҙан тора:
1) Һайлап алыу туры (видеояҙмалар буйынса)
2) Конкурс туры
3) Финал.
Финалистар оркестрға ҡушылып сығыш яһау мөмкинлегенә лә эйә буласаҡ. Конкурста ҡатнашыу өсөн konkurselken@mail.ru почтаһына үҙегеҙҙең сығыштың видеояҙмаһын һәм тултырылған ғаризағыҙҙың сканын ебәрергә кәрәк. Бәйгене билдәле музыканттарҙан, йырсыларҙан, педагогтарҙан, композиторҙарҙан һәм продюсерҙарҙан торған компетентлы жюри ағзалары баһалаясаҡ. Конкурстың бөтә турҙары аҙна һайын "Елкән" көндәлектәрендә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм "Тамыр" телеканалдарында яҡтыртыласаҡ. Финалистар тураһында фильмдар төшөрөп, финал һәм Гала-концертты 29 октябрҙә күренекле композитор, йырсы, башҡорт профессиональ музыка сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуған көнөндә үткәреү планлаштырыла.
Автор: Дилара Арсаева
https://yanshishma.rbsmi.ru/news/Elk-n--e-e-sa-ira-757885/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=45440006
Читайте нас