Район хакимиәте бинаһында бишенсе саҡырылыш район Советының туғыҙынсы ултырышы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенән вәкилдәр, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, бүлек етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ойошма, учреждение, предприятиелар етәкселәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. Ултырышта Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы район хакимиәте башлығының яңы билдәләнгән социаль мәсьәләләр һәм эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Динис Рәдис улы Йосоповҡа йөкләтелде. Динис Рәдис улы быға тиклем Башҡортостан Республикаһы Башлығының Муниципаль берәмектәр менән хеҙмәттәшлек буйынса идаралығы урындағы үҙидара органдары менән эшләү буйынса бүлегенең баш советнигы вазифаһын башҡарған.