Солтанбәк урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Камил Исламов уҡытыусыларын һәм ата-әсәһен уңыштары менән һөйөндөрөп кенә тора. Яңы ғына уҡыусыларҙың Кесе фәндәр академияһы сиктәрендә ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсының республика этабында 3-сө урын яулай. Фәнни етәксеһе Зилә Исламова ярҙамында Камил инженерлыҡ йүнәлешен һайлап, “Аҡыллы йорт” тигән тикшеренеү эшен башҡара. Солтанбәктәрҙең тырышлығы бушҡа китмәй, улар 3-сө урынға лайыҡ була.
Әйткәндәй, Камилдың республика конкурсында был тәүге еңеүе түгел. Быйылғы уҡыу йылында тырыш үҫмер “Китап уҡыусы ата-әсәләр – китап уҡыусы балалар” тигән бәйгелә лә еңеү яулаған була.
Кем белә, бәлки нәҡ Камил киләсәктә үҙ эшенең оҫтаһы булған инженер булып, аҡыллы йорттар төҙөп, халҡыбыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итер!