Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Апрель 2021, 06:34

Владимир Путиндың мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ көнө билдәле

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин 21 апрелдә Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ. Ошо хаҡта журналистарға дәүләт етәксеһенең матбуғат секретары Дмитрий Песков еткерҙе.
Кремль вәкиле белдереүенсә, сараны үткәреү урыны һуңыраҡ хәбәр ителәсәк.
“Ҡабаланмай торайыҡ. Яҡын арала беҙ киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә был сараға аккредитациялауҙы иғлан итәсәкбеҙ һәм бер үк ваҡытта уҙғарыу урынын да хәбәр итербеҙ”, – тип белдергән “ТАСС” агентлығына Дмитрий Песков.
Фото: admsur.ru
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Vladimir-Putindi-m-r-g--tnam-men-n-si-ish-ya-ayasa-k-n-bild-le-750017/
Читайте нас