Мишкә район Мәҙәниәт һарайында ауыл биләмәләре араһында «Йырсы ауыл» республика конкурсының II этабы үтте. Бәйгелә 13 ансамбль һәм 21 яңғыҙ башҡарыусы ҡатнашты. Район этабында еңеү яулаусылар 26-28 ноябрҙә Өфөлә үтәсәк конкурстың республика этабында ҡатнашасаҡ.