Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Апрель 2021, 06:33

Фольклориадаға килеүселәр ПЦР-тест тапшырасаҡ

Өфө Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреүгә әҙерләнә.

Бында 56 илдән төрлө коллективтар килере көтөлә. Республика Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡайһы бер дәүләттәр эпидемиологик хәл торош, иҡтисади хәл ҡатмарлыраҡ булыу сәбәпле ҡатнашыуҙан баш тартҡан.
“Роспотребнадзор" менән берлектә Фольклориадала ҡатнашыусыларҙа коронавирус инфекцияһы булыу-булмауҙы асыҡлар өсөн Өфө аэропортында экспресс-лаборатория ойошторорға ниәтләйбеҙ, – тине Премьер-министр урынбаҫары. – ПЦР-тестар мөһим, сөнки күп ҡатнашыусыларҙың осорҙан 72 сәғәт алда эшләткән белешмәләре инде иҫкергән була. Уларҙы Өфөлә эшләргә кәрәк, ни өсөн тигәндә, бында госпиталгә һәм карантинға һалыр өсөн бригадалар әҙер торасаҡ”.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: Башҡортостанда үтәсәк Фольклориада 3 июлдән 10-ына ҡәҙәр планлаштырылған.
Мәғлүмәт, фото: “Башинформ”.
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас