Заман талаптарына тура килгән белгестәр әҙерләү – мәктәп эшмәкәрлегендәге йүнәлештәрҙең береһе. Был йәһәттән Ҡышлауйылға урта мәктәбе профориентация эшен алып бара һәм шундай маҡсаттан сығып, 9-сы,10-сы, 11-се класс уҡыусылары менән бик фәһемле сара үткәрәләр. Осрашыуға ошо мәктәпте тамамлап, бөгөн Иҙел буйы һыу транспорты дәүләт университетының Өфө филиалында 2-се курста уҡып йөрөүсе Тимур Ғәлимшин килә.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Фәүзәт ҡыҙы алып барған сара бик мауыҡтырғыс уҙа. Бигерәк тә Тимурҙың үҙе белем алған уҡыу йорто тураһында матур итеп һөйләүе, бай презентациялар (Гөлзифа Салауат ҡыҙы ярҙам итә) күрһәтелеүе уҡыусыларға оҡшай. Әлбиттә, егет һәм ҡыҙҙарҙың һорауҙары күп була Тимурға. Кем белә, бәлки улар араһынан нәҡ ошо уҡыу йортонда белем алырға теләүселәр табылыр.
Эльмира Шәйхуллина фотолары.