Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Апрель 2021, 13:30

Үҙ эшенең оҫталары

Бөгөн “Мәктәпкәсә белем биреү педагогы-2021” район конкурсы еңеүселәрен һәм ҡатнашыусыларын тәбрикләнеләр.

Бөгөн район мәғариф бүлегендә “Мәктәпкәсә белем биреү педагогы-2021” конкурсы еңеүселәрен һәм ҡатнашыусыларҙы тәбрикләнеләр.
Йыл да ҙур ойошҡанлыҡ менән үткән бәйгелә ете балалар баҡсаһынан туғыҙ тәрбиәсе оҫталыҡта һәм ижади һәләттәрен күрһәтеүҙә ярышты. Уларҙың һәр береһенең эше маҡтауға лайыҡ, һәр береһе егәрле, заман менән бергә атларға тырыша, белемдәрен камиллаштырып тора. Шулай ҙа бәйге булғас, еңеүселәр ҙә була.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Эльвина Дилмөхәмәтова — “Йылдың иң яҡшы тәрбиәсеһе - 2021”, ә Ләйсән Ғәлимова “Туған телдәр буйынса иң яҡшы тәрбиәсе - 2021” исемдәренә лайыҡ булды. Һәләтле педагогтар икеһе лә Асҡын 2-се балалар баҡсаһында эшләй. Улар район намыҫын республика этабында яҡлаясаҡ
Район мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Селянина бәйгеселәрҙе тәбрикләп, артабанғы эштәрендә уңыштар теләне, республика этабына барыусы тәрбиәселәрҙе лайыҡлы сығыш яһарға сәмләндерҙе. Барлыҡ ҡатнашыусылар дипломдар һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Наилә Имаева.
Читайте нас