Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Апрель 2021, 06:50

Танып ырыуы гимны

9 апрелдә Балтас районында үтәсәк йыйында Танып ырыуының гимны ҡабул ителәсәк.

Яңы ғына Танып ырыуы гимнын да ижад итәләр. Уның һүҙҙәрен БР Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы, шағирә, прозаик, Балтас районының Мәҙәниәт йорто директоры Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙы Шәймөхәмәтова яҙған , ә көйөн шулай уҡ Танып ырыуы вәкиле, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Балтас Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Рая Мәснәүи ҡыҙы Хәмәева ижад иткән.
Танып ырыуы гимны
1.Йүгерек Танып буйҙарында
Көн иткән ата-бабам.
Был тупраҡта – шатлыҡтарым,
Шул ерҙә – әрнеү-ярам.
Ҡушымта:
Ырыуым – Танып, ҡошом – бөркөт,
Ораныбыҙ – Салауат!
Таныптар тыуған ерендә
Йәшәйҙәр тиҫтә быуат!
2.Мең йыл тарих төпкөлөндә
Шәжәрәмдең юл башы.
Ҡанын ҡойған, тирен түккән
Батыр Танып башҡорто!
Ҡушымта.
3.Килер быуынға өндәшәм:
Ырыу данын һаҡлайыҡ!
Берҙәм булып, көслө булып
Киләсәккә атлайыҡ!
Ҡушымта.
Наилә Имаева.
Читайте нас