Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Апрель 2021, 05:10

Балаларға – ҙур байрам!

“Тамыр” балалар-үҫмерҙәр каналы барлыҡ дуҫтарын “Йырлы донъя Нурбостан” тип аталған ҙур тамашаға йыя.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, былтыр Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә "Тамыр"ҙар “Нурбостан” тип аталған анимацион сериал төшөргән.
— Бынан бер нисә йыл уйлап сығарылған һәм хыялдарҙа планлаштырған проектты, ниһайәт, былтыр тормошҡа ашырҙыҡ. Пандемияға бәйле, йәнле презентация үткәреп булманы, йәш тамашасылар менән онлайн форматта ғына осрашырға тура килде. Әммә беҙ йәнле аралашыуҙарҙан, сериал геройҙарының сағыу презентацияһынан торған “Нурбостан” байрамын үткәреү кәрәкле һәм урынлы, тип иҫәпләйбеҙ.
Сериалдың икенсе миҙгелен дә төшөрөргә мөмкинлек килеп сығыр, тип өмөтләнәбеҙ, - ти “Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина.
Телевизион анимация сериалының тәүге миҙгеле 12 сериянан тора.
Әлеге ваҡытта “Тамыр ” телеканалы командаһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы саралары сиктәрендә, ”Нурбостан” сериалын башҡа төбәктәрҙә йәшәгән милләтәштәребеҙгә лә күрһәтә.
“Йырлы донъя Нурбостан” байрамы “Башҡортостан” дәүләт концер залында үтәсәк.
Тамашасылар “Тамыр” вокал студияһы ағзаларының, “Сулпылар” бәйгеһе еңеүселәренең, республика бейеү ансамлдәре коллективтарының сығыштарын күрәсәк, фойела күңелле конкурстар уҙғарыласаҡ.
Билеттар хаҡында мәғлүмәт “Тамыр” телеканалының социаль селтәрҙәге төркөмөндә һәм сайтында бар.
Фото: “Тамыр” телеканалы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Balalar-a--ur-bayram-746027/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас