Иҫке Балтас ауылындағы район китапханаһында филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы доценты Әхәт Ғәлим улы Илмөхәмәтов башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн курс үткәрҙе. Дәүләт программаһы сиктәрендә сара Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолдо.