Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
1 Апрель 2021, 06:17

Владимир Путин: "Республика компания менән тулыһынса идара итә аласаҡ”

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәте акцияларының 38,3 процентын Башҡортосан Республикаһына ҡайтарыу һәм 11,7 процентын + бер акцияны ышаныслы идаралыҡҡа тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Шулай итеп, республика предприятие менән идара итеү һәм уны үҫтереү хоҡуғын алды.

“Компанияның оҙаҡ һәм нәтижәле эшен тәьмин итеү һәм көнәркәшлеккә һәләтле тауар сығарыу мөһим, – тине Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәте ағзалары менән уҙған кәңәшәмәлә. – Кешеләрҙең хеҙмәт хаҡын, эш урындарын һаҡлау айырыуса мөһим. Предприятие менән дөрөҫ идара итеү мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Быға ҡағылышлы ҡарар ҡабул ителгән. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенән “БСК” акциялараның 38,3 процентын Башҡортостан Республикаһына тапшырыуҙы һорайым. Бынан тыш, тағы ла 11,7 процент + бер акцияны республика Хөкүмәте контроле аҫтында булған структураларға ышаныслы идара итеүгә биреүҙе һорайым. Республика был компания менән тулы хоҡуҡта идара итә аласаҡ”.
Президент РФ Хөкүмәте менән РБ Хөкүмәте араһында махсус килешеү төҙөргә ҡушты, унда “Башҡортостан сода компанияһы” эшенең аныҡ пландары һәм төп күрһәткестәре билдәләнәсәк, етештереү һәм инвестиция күләме, шулай уҡ дәүләт милкен файҙаланыуға контроль механизмы ҡаралған.
Мәғлүм булыуынса, алдараҡ Башҡортостандың арбитраж суды Рәсәй Генераль прокуратураһының “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәтенән акцияларҙы Рәсәй Федерацияһы файҙаһына тартып алыуға дәғүәһен ҡәнәғәтләндерҙе. Рәсәй Генераль прокуратураһының “БСК” акционерҙар йәмғиәте активтарына дәүләт контролен юғалтыуға бәйле тикшереүенән һуң был дәғүә белдерелгәйне. Прокуратура мәғлүмәттәре буйынса, тикшереү барышында хосусилаштырыу тураһындағы ҡануниәтте боҙоу асыҡланған, ә милеккә хоҡуҡ Рәсәй Федерацияһы ихтиярынан тыш күсерелгән.
Фото: “Башинформ” агентлығынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас