“Бик ауыр, бик ҡыйын үҙебеҙҙең шундай ут күршебеҙҙе юғалтыуы. Ришат Марат улы дуҫ та, коллега ла ине. Бик тырышып эшләне. Пландары бигерәк күп ине. Гел кәңәшләшеп, һөйләшеп, фекер алышып, тәжрибә уртаҡлашып торҙоҡ. Бик йәш килеш, бик иртә китте беҙҙең аранан. Уның бит әле бар көсөн, белемен һалып, дәртләнеп, халҡы менән бергәләп пландарын тормошҡа ашыра торған сағы ғына ине. Ришат Марат улының ғаиләһенә, ата-әсәһенә, туғандарына, яҡындарына түҙемлек теләйем. Асҡын халҡына ла сабырлыҡ, Ришат Марат улы башлаған изге эштәрҙе дауам итеүҙәрен теләйем”, — тине Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев.