“Сулпылар” республика телевизион конкурсының һайлап алыу турын уңышлы үткән йәш таланттарыбыҙ - Асҡындан Мәрйәм Фәйзуллина (етәксеһе Рәзинә Фәйзуллина), Амелия Мәхмүтова ( етәксеһе Рушания Шәрәфетдинова) һәм Упҡанкүлдән Илгиз Әйүпов (етәксеһе Зөлфиә Маҙһарова) бөгөн “Тамыр” студияһында бик матур итеп сығыш яһаны. Етәкселәре балаларҙың сығышынан бик ҡәнәғәт. Йәш таланттарыбыҙ “Тамыр” телеканалына интервью биреп тә өлгөргән. Афариндар! Кескәй райондаштарыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!