Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Март 2021, 04:56

Һөнәр һайлау — етди аҙым

Асҡын Башҡорт ауыл хужалығы һөнәрселек колледжында сығарылыш класс уҡыусылары өсөн “Асыҡ ишектәр көнө” уҙҙы.

“Асҡын Башҡорт ауыл хужалығы һөнәрселек колледжында районыбыҙҙың сығарылыш класс уҡыусылары өсөн “Асыҡ ишектәр көнө”н уҙғарыу матур йолаға әйләнде. Быйыл да был сара ҙур ойошҡанлыҡ менән һөҙөмтәле үтте. Асҡындың 1-се һәм 2-се, Арбаш, Ҡыйғаҙы мәктәптәре (барыһы 130-ҙан ашыу егет һәм ҡыҙ) уҡытыусылары менән беҙгә ҡунаҡҡа килде. Улар өсөн бай программа әҙерләнгәйне: уҡыу корпусы, автопарк, дөйөм ятаҡ буйлап экскурсиялар ойошторолдо, уҡытыусылар менән әңгәмә үтте, студенттарыбыҙ сағыу концерт номерҙары менән сығыш яһаны, ашханала бик тәмле төшкө аш әҙерләнде.
“Асыҡ ишектәр көнө”нә Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалынан да уҡытыусылар килгәйне. Улар үҙҙәренең уҡыу йорто тураһында һөйләп, уҡыу шарттары менән таныштырҙы. БДУ-ның Бөрө филиалы һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты менән беҙҙең колледж “Хеҙмәттәшлек тураһында” килешеү төҙөгәйне. Ошо килешеү нигеҙендә беҙҙең студенттар эске имтихан буйынса, Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырмай ғына, уҡыу йорттарына уҡырға инә ала. Кисә “Асыҡ ишектәр көнө” сиктәрендә Бөрө филиалынан килеүсе уҡытыусылар студенттарыбыҙҙан имтихан алды. Сығарылыш төркөмдәрендә уҡыусы 18 студент ошо мөмкинлектән файҙаланып ҡарар өсөн белемдәрен һынаны.
Наилә Имаева.
Читайте нас