Тренеры Ильяс Шәймөхәмәтов етәкселегендә ярыштарға әҙерләнеп, Рәсәй чемпионатында 1-се, унан 3-сө урындарҙы яуланы, 2019 йылда Калугала өлкән спортсылар рәтенә 24 килограмлы герҙе күтәреп, Рәсәй спорт мастерлығына кандидат нормативтарын үтәне.
Әлеге ваҡытта Розана Кашапова БДУ-ның Бөрө филиалы эргәһендәге колледжда белем ала һәм Ильяс Әхнәф улының остазы, талантлы тренер Радамир Минибаев етәкселегендә гер күтәреү менән шөғөлләнә. Яңы ғына Чебоксар ҡалаһында юниорҙар Рәсәй чемпионатында ҡатнашып, талантлы спортсыбыҙ 2-се урын яуланы һәм 63 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында 24 килограмлы герҙәрҙе күтәреп, Рәсәй спорт мастеры нормативтарын уңышлы үтәне. Ҡотлайбыҙ һине, Розана! Тренерҙар Ильяс Шәймөхәмәтов һәм Радамир Минибаевты Розананың уңышлы сығышы менән тәбрикләйбеҙ!