Форумды асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты. Сараны асҡан саҡта телекүпер режимында “Акрос РБ” ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса яңы производствоға старт бирелде. Республика етәкселеге күргәҙмә менән танышты һәм ҡатнашыусылар, етештереүселәр менән аралашты.
Күргәҙмә “гибрид” форматында уҙа. Традицион экспозициялар менән бергә беҙҙең төбәк өсөн үҙенсәлекле онлайн-платформа ойошторолған, ул майҙанда барған хәл-ваҡиғаларҙы онлайн режимында ҡарау һәм донъяның төрлө мөйөштәренән реаль ваҡытта күргәҙмәлә ҡатнашыусылар менән аралашыу мөмкинлеген дә бирә.
Белеүебеҙсә, “Агрокомплекс” күргәҙмәһе Өфөлә инде 31-се тапҡыр үткәрелә. Әле унда 15800 квадрат метр майҙанда – биш күргәҙмә комплексы майҙансыҡтарында Рәсәйҙең 37 төбәгенән 310 компания ҡатнаша. Шулай уҡ Чехия, Венгрия, Беларусь Республикаһы кеүек сит илдәрҙең компаниялары һәм вәкилдәре килгән. Ә инде Байкал аръяғы крайы, Тверь һәм Омск өлкәләре Өфөлә беренсе тапҡыр үҙҙәренең коллектив стендтарын күрһәтеүҙе ойошторған.
Күргәҙмәләр комплексы алдындағы майҙанда 159 техника һәм ҙур күләмле ҡоролма экспозицияһы ҡуйылған күргәҙмә эшләй. Унда ауыл хужалығы техникаһы һәм комплекттарын етештереүселәр, ветеринария һәм малсылыҡ, үҫемлекселек, ауыл хужалығы тауарын етештереү, агрохимия, ауыл хужалығы комплексы предприятиеларына хеҙмәт күрһәтеү кеүек йүнәлештә махсуслашҡан компаниялар ҙа ҡатнаша. “Агрокомплекс” күргәҙмәһе барышында фермерҙар етештергән аҙыҡ-түлек йәрминкәһе лә бара.
Форум бик киң форматта уҙа. “Ауыл хужалығы комплексын пандемиянан һуң үҫтереүҙең донъяуи тренды” стратегик сессия“ тип аталған пленар ултырыш ойошторолдо. Әйтергә кәрәк, уның барышында 23 тармаҡ сараһы ойоштороу ҡаралған, шул иҫәптән ауыл хужалығында һанлы технологияларҙы индереү, ауыл сәнәғәте кластерын үҫтереү, бәләкәй формала хужалыҡ алып барған предприятиеларҙа кластерҙы һәм кооперацияны үҫтереү, тармаҡты техник һәм технологик яҡтан яңыртыу һәм башҡа башҡа йүнәлештәр буйынса секциялар, түңәрәк өҫтәлдәр үткәрелә. Шулай уҡ алты тармаҡ конкурсы була, шул иҫәптән ауыл хужалығы сәнәғәте комплексы компанияларының үҫеше өсөн иң яҡшы күрһәткестәр, өлгөләр һәм техника, “Яҡшы продукт”, “Ауыл хужалығы сәнәғәтенең иң яҡшы кадр хеҙмәткәре”, “БР ауыл хужалығы сәнәғәтендәге иң яҡшы остаз” республика конкурстарының финалы уҙасаҡ.
Сара 26 мартҡа тиклем барасаҡ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.