Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
21 Март 2021, 03:20

Мәктәптә яңы дәрес индерелерме?

Был хаҡта республика Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров үҙ фекерен белдерҙе.

Республика Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров төбәгебеҙҙә һәм унан ситтә лә яҡшы таныш табип-терапевт Регина Ахунйәнова менән осрашты. Табибә социаль селтәрҙәрҙә Regina Doctor булараҡ билдәле.
“Мәктәптә туҡланыуҙың сифатын яҡшыртыу буйынса тағы нимәләр эшләп булыуы тураһында фекер алыштыҡ. Был мәсьәләне үҙем өсөн бик мөһим тип һанауым хаҡында әйткәнем бар инде. Ойоштороу йүнәлешендәге һорауҙарҙан тыш проблеманың бер осо илебеҙҙә сәләмәт туҡланыу мәҙәниәтенең булмауына барып тоташа. Балалар бутҡаға ҡарағанда фастфудты өҫтөнөрәк күрә. Шуға күрә хатта ризыҡтарҙы сифатлы итеп әҙерләгән мәктәптәрҙә лә проблема бар. Балаларҙа туҡланыу ғәҙәттәрен барлыҡҡа килтереү тураһында һүҙ алып барҙыҡ. Регина мәктәптәрҙә даими рәүештә балалар өсөн дә, ата-әсәләр өсөн дә “Сәләмәтлек дәресе” ойошторорға тәҡдим итә. Улар күңелһеҙ лекция рәүешендә түгел, бәлки балаларға сәләмәт туҡланыуҙың һәм, дөйөм алғанда, сәләмәт йәшәү рәүешенең төп асылын төшөндөргән махсус уйындар формаһында булырға тейеш”, - тип яҙҙы Андрей Назаров.
Табип-терапевтың идеяһы республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына проект булараҡ эшләргә тәҡдим ителгән, уның менән апрелдә үтәсәк “Юғарыға ос!” мәғариф форумында таныштырыу күҙаллана.
Фото: социаль селтәрҙәрҙән.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/M-kt-pt-ya-i-d-res-inderelerme-726042/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас