Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Март 2021, 05:00

ЙОНДОҘНАМӘ (22 – 28 март)

Матур үтһен ялығыҙ!

ҠУҘЫ
Был аҙнала хеҙмәттәштәр, етәкселек менән мөнәсәбәттәр иғтибар үҙәгендә булыр. Белмәгән өлкәләрҙәге мәсьәләләр менән шөғөллә­неүҙән баш тартыу хәйерле. Аҙнаның һуңғы көнө сабырлыҡҡа һынау үтерһегеҙ, моғайын.

БУҒА
Осор башы бер аҙ мәшәҡәт­лерәк килер. Яңы танышлыҡтар, юл йөрөүҙәр артыр. Шәхси тормошта уңырһығыҙ. Яңғыҙҙарҙы яҙмышты хәл иткес осрашыу көтә.

ИГЕҘӘКТӘР
Бөтә йыуанысты өйҙә, яҡын­да­рығыҙ янында табырһығыҙ. Күптән теләгән әйберҙе һатып алыу мөмкинлеге тыуыр, тик зат­лы биҙәүестәр алмай тороу хәйер­ле. Дуҫтары­ғыҙ менән аралашҡанда итәғәтле булығыҙ.

ҠЫҪАЛА
Һәр йәһәттән алдынғылыҡҡа ынтылырһығыҙ, йондоҙҙар һеҙгә ярҙам итер. Аҙна сағыу һәм уңышлы булмаҡсы. Шаршамбыла һөнәри өлкәлә яңылыҡ көтөгөҙ, юғарыраҡ вазифа тәҡдим итеүҙәре бар.

АРЫҪЛАН
Эштә лә, аҡса йәһәтенән дә, мөхәббәттә лә, өйҙә лә барыһы ла яҡшы булыр. Шул уҡ ваҡытта кемдер ярҙам тәҡдим итһә, баш тартмағыҙ. Күптән башлаған мөһим эште тамамлап ҡуйырһығыҙ.

ҠЫҘ
Аҙна файҙалы осрашыуҙарға, танышыуҙарға бай булыр. Эске донъяғыҙҙы яңынан асырһығыҙ, һәләттәрегеҙҙе ҡайтанан барлар­һығыҙ. Яңы кәсепкә тотоноуығыҙ ихтимал. Туҡланыуға иғтибар бирергә кәңәш ителә.

ҮЛСӘҮ
Тормошҡа ҡарашығыҙ үҙгә­рер. Мөһим эшкә тотонорһоғоҙ. Борсолмағыҙ, уның һөҙөмтәһен бик тиҙ күрерһегеҙ. Килешеүҙәр отошло булыр, мул ғына табыш алырһығыҙ.

САЯН
Ныҡышмалы хеҙмәтегеҙҙең емешен йыйырға ваҡыт. Нимәгә генә тотонһағыҙ ҙа, уңышҡа өл­гәшерһегеҙ. Тик ниәтегеҙҙе берәү менән дә уртаҡлашмағыҙ, көнсөлдәр аяҡ салып ҡуймаһын.

УҠСЫ
Был аҙнала мөһим эштәрҙе кисектереп торорға кәңәш ителә. Пландарығыҙҙы әленән-әле үҙ­гәртергә тура килер. Хәүефлә­нергә урын юҡ, осор аҙағына барыһы ла яйланыр, бөтә проблемалар үҙенән-үҙе хәл ителер.

ЫЛАҠ
Эш планын алдан төҙөп, уны аныҡ үтәһәгеҙ, был аҙнала һеҙҙе мотлаҡ уңыш көтә. Матди хәлегеҙ яҡшырыр, уйламаған сығанаҡтан аҡ­са килер. Был арала күргән төштәргә иғти­бар итегеҙ, улар нимәлер хаҡында иҫкәрткән кеүек.

ҺЫУҒОЯР
Ижади ҡеүәтегеҙ артып китер. Башҡаларға ярҙам итеү теләге тыуыр, үҙегеҙгә лә булыш­лыҡ итер­гә теләүселәр күбәйер. Ҡы­йын­лыҡ­тар артта ҡалыр. Был аҙна­ла төп урынды шәхси мөнәсәбәттәр биләр.

БАЛЫҠ
Тормошоғоҙҙа яңы осор башлана. Бөтә көс-ҡеүәтегеҙҙе туп­лап, әүҙем эшкә тотонорһоғоҙ. Һеҙгә бер генә кәңәш – эргәгеҙҙәге кешеләргә объектив баһа бирергә тыры­шығыҙ. Ҡайһы берәүҙәр менән араларҙы өҙөргә кәрәктер, бәлки.

Фото: pixabay.com
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/yondo-nam-22-28-mart/
Читайте нас