Бөгөн, 20 мартта, Солтанай ауылы эргәһендәге саңғы трассаһында республикабыҙҙа иғлан ителгән Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы сиктәрендә Асҡын районы гәзиттәре призына саңғы ярыштары үтә. Сәғәт 11-ҙә спорт байрамына старт бирелде. Асҡындың 1-се һәм 2-се, Ҡышлауйылға, Яңы Ҡаҙансы, Упҡанкүл, Ҡарткиҫәк, Ҡубияҙ, Урмияҙ, Сураш мәктәптәренән барыһы ун команда етеҙлектә көс һынаша.
Спортсыларҙы район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илнур Вильмер улы Иғдиев, Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры, район гәзиттәренең баш мөхәррире Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова, район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Зөлфирә Рәдис ҡыҙы Селянина сәләмләне.