Мишкә районы хакимиәте башлығы Павел Трапезников район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан йәштәр менән осрашты.
Форумдың ҡунағы биш тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы Кирилл Михайлов булды. Мишкә районы хакимиәте башлығы Павел Трапезников йәштәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе һәм иң әүҙем ирекмәндәргә Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырҙы.
Фотолар Павел Трапезников сәхифәһенән.