Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Март 2021, 03:05

“Грайн” 140 миллион һумлыҡ займ алды

Компания заманса ҡорамалдар урынлаштырып, 30 процентҡа хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға, 3 процентҡа брак ебәреүҙе кәметергә, 50 процентҡа тауар етештереү күләмен күбәйтергә уйлай.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда Сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамы менән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусы “Грайн” компанияһына ПВХ-профиль етештереү өсөн “Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү” программаһы буйынса 140 миллион һумлыҡ займ бирелде. Был хаҡта республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.
– Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү – Рәсәй Президенты ҡуйған мөһим бурыстарҙың береһе. Етмәһә, әле республика Хөкүмәте алдында төбәкте бизнесты үҫтереү һәм алып барыу өсөн уңайлы итеү маҡсаты тора. Дәүләт ярҙамына таянып үтәлгән милли проект был маҡсатҡа өлгәшергә ярҙам итә, – тине ул.
Был проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү” программаһы буйынса финансланған беренсеһе булды. Сәнәғәтте үҫтереү федераль фондының эксперт советы биш йылға йыллыҡ бер процент менән займ биреүҙе хупланы.
Ошо ярҙам иҫәбенә “Грайн” компанияһы заманса ҡорамалдар урынлаштырып, 30 процентҡа хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға, 3 процентҡа брак ебәреүҙе кәметергә, 50 процентҡа тауар етештереү күләмен күбәйтергә уйлай.
Фото pravitelstvorb.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Grayn-140-million-umli-zaym-aldi-722995/
Читайте нас