Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
18 Март 2021, 02:55
Өсөнсө офис – Стәрлетамаҡта
Яңы офиста 150-гә яҡын хеҙмәт төрө күрһәтелә.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Минең бизнесым” үҙәгенең яңы офисы асылды. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды.
Бында консультация урындары ғына түгел, эш урындары ла булдырылған, нетворкинг, коворкинг, ял зонаһы бар. Офис тулыһынса йыһазландырылған, техника, интернет селтәре бар.
Хәҙер “Минең бизнесым” хеҙмәттәренә эйә булыу өсөн эшҡыуарҙарға баш ҡалаға барырға тура килмәйәсәк. Яңы офиста 150-гә яҡын хеҙмәт төрө күрһәтелә. “Берҙәм тәҙрә” тәртибендә яңы эш башлаған йүнселдәр төрлө мәсьәләләр буйынса консультация алыу мөмкинлегенә эйә. Бында үҙ эшеңде башларға, ойоштороу-хоҡуҡ формаһын һайларға, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен йәки шәхси эшҡыуарлыҡты теркәргә, иҫәп асырға ярҙам итәсәктәр.
Әйткәндәй, былтыр профилле хеҙмәттәргә, белем биреү һәм акселерация программаларына, шулай уҡ бизнес менән шөғөлләнеүҙең төрлө мәсьәләләре буйынса консультацияларға ихтыяж ҙур булған.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.r
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/s-ns-ofis--St-rletama-ta-716632/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"