Балтас район Мәҙәниәт һарайында оло йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнгән “Мин яратам һине, тормош!” оло йәштәгеләрҙең художестволы үҙешмәкәр ижады республика фестиваленең район этабы үтте. Элекке йылдарҙан айырмалы, ул тулыһынса дистанцион форматта үтте. Фестиваль өлкән быуындың ижади эшмәкәрлегенә йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү, уларҙың һәләтен үҫтерергә ярҙам итеү, әлбиттә, талантлыларҙы асыҡлау маҡсатында ойошторолдо. 11 ауыл биләмәһенә ҡараған 16 ауылдан 55 йәштән уҙған кешеләр ҡатнашты. Улар түбәндәге номинацияларҙа ижади һәләттәрен күрһәтте: вокал, бейеү, музыка ҡоралдарында уйнау, әҙәби әҫәр уҡыу һәм ҡул эштәре. Фестиваль йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусыларға еңеүсе дипломдары тапшырыласаҡ. Иң әүҙем ҡатнашыусылар булып Көнтүгеш, Түбән Һикеяҙ, Тусыбай, Мишкә һәм Мағашлы-Алмантай ауылдары билдәләнде.