Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
18 Марта 2021, 02:50

Хәҙер дәрестәр ҡыҙыҡлыраҡ...

“Үҫеш нөктәһе” уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм балалар өсөн ҙур табыш булды.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” төбәк проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Үҫеш нөктәһе” – Үрге Тәтешле ауылы уҡытыусылары, ата-әсәләре һәм балалары өсөн ҙур табыш һәм уңыш булды.
Яңы технологиялар ярҙамында дәрестәр яңы кимәлгә күсте, ҡыҙыҡлыраҡ була башланы. Һанлы һәм гуманитар компетенциялар кабинетында заманса интерактив комплекс интерактив таҡтаны алмаштырҙы, юғары тиҙлекле интернет файҙалы мәғлүмәтте йылдам табып, бөтә класты һанлы белем биреү ресурстары менән танышырыу мөмкинлеген бирҙе, ә Wi-Fi ноутбуктарҙа эшләү йәһәтенән уңайлы шарттар тыуҙырҙы. Хәҙер бөтә дәрестәр заманса технологияларҙы ҡулланып үткәрелә.
Быйылғы уҡыу йылында балалар менән эш “Журналистика”, “Тыуған яҡты өйрәнеү”, “Театр”, “3Д моделләү һәм виртуаль ысынбарлыҡ”, “Фотоға һәм видеоға төшөрөү”, “Йәш натуралист”, “Химия”, “Йәш механик”, “Мультстудия”, “Проектлау оҫтаханаһы”, “мауыҡтырғыс инглиз теле”, “Шахмат” кеүек йүнәлештәрҙә бара.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/H-er-d-rest-r-i-i-lira-718734/
Читайте нас