Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
18 Март 2021, 02:58

Ауыл халҡы грант аҡсаһы ота

Берәүҙәр крәҫтиән (фермер) хужалығы асҡан, икенселәр аграр предприятиеларға эшкә урынлашҡан.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының “Фермерҙарға ярҙам системаһын ойоштороу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты Дүртөйлө районында яңы эш башлаған йүнселдәргә ҙур ярҙам сараһы булды.
Былтыр ошо өлкәгә 13 кеше йәлеп ителгән. Берәүҙәре, агробизнесҡа китеп, крәҫтиән (фермер) хужалығы асҡан, икенселәре аграр предприятиеларға эшкә урынлашҡан. Дүртөйлө районы халҡы субсидия алыуға конкурста әүҙем ҡатнашҡан.
Мәҫәлән, Салауат Хәбиров ит малсылығын үҫтереү буйынса бизнес планы менән эш башлаусы фермер грантын отҡан. Дүрт миллион һумлыҡ ярҙам уның проектының хаҡын тулыһынса ҡаплаған тиерлек. Ә Зимфира Төхбәтуллина, “Агростартап”та ҡатнашып, фермер хужалығын үҫтереүгә 4,5 миллион һумдан ашыу ярҙам алған.
Был йүнәлештә эш артабан да дауам итә, буласаҡ һәм ғәмәлдәге аграрийҙар район хакимиәтендә аҙна һайын уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәрендә әүҙем ҡатнаша.
Фото: srk.nationalpriority.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Auil-hal-i-grant-a-sa-i-ota-720168/
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас