Башҡортостан механизаторҙары “Трактор биатлоны”нда дүртенсе урын яуланы.
Күптән түгел Удмуртияла “Трактор биатлоны” асыҡ уйындары булды. Ул төбәктә беренсе тапҡыр үткәрелгән был сара Рәсәйҙә көндән-көн популяр була бара.
Быйыл “МТЗ-82” тракторын оҫта йөрөтөүҙә һәм мәргән атыуҙа ярышырға илдең биш төбәгенән – Ростов, Свердловск өлкәләренән, Пермь крайынан, Башҡортостан менән Татарстандан – вәкилдәр килгән. Беларусь Республикаһынан 12 кешенән торған команда булған. Уларҙың барыһы ла – “Минск трактор заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән.
Тәтешле районындағы “Уңыш” ауыл хужалығы кооперативынан Илсур Зәйҙуллин дүртенсе урын яулаған. Ул ҡунаҡтар араһында иң көслө ҡатнашыусы тип табылған. Ә тәүге урындарҙың барыһын да Удмутияның трактор биатлонсылары яулаған. Әйткәндәй, ауыл хужалығында эшләгәндәрҙең ошондай үҙенсәлекле сарала ҡатнашыуы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Аграр сәнәғәт комплексы үҫеше” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итмәйенсә ҡалмаясаҡ.
Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.