Кисә Балтас районы Ҡурас ауылында Масленица байрамы үтте. Сараға килеүселәрҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Инзилә Әдип ҡыҙы Ғәсимйәнова, Көндәшле ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Рәшит улы Сәхипов ҡотланы. Ауыл клубында мәҙәни сараларҙы ойоштороусы Денис Пихтовников һәм «Сударушки» фольклор коллективы әҙерләгән йырлы-уйынлы программа халыҡ күңеленә хуш килде. Ҡышы оҙатыу байрамы бик күңелле үтте.