Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Март 2021, 06:45

«Йырсы ауыл» - Балтаста

Балтас районында «Йырсы ауыл» республика конкурсының икенсе этабы ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте.

Балтаста үткән «Йырсы ауыл» республика конкурсының икенсе этабында 12 ауыл биләмәһенән барлығы 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты: 18 вокаль һәм фольклор ансамбле, 19 яңғыҙ йырсы. Яңғыҙ башҡарыусылар араһында ете кеше - 1-се, өс кеше – 2-се, алты кеше 3-сө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Ансамблдәр араһында өсөһө – 1-се, алтыһы – 2-се, етеһе -3-сө урынды яуланы.

Йырсылар Сөмбөл Солтанғәлиева, Алия Ғайсина, Данис Ғайфуллин (15 йәшкә тиклем), Камилә Усманова, Ридаль Ғәскәров (16-нан 35-кә тиклем), Светлана Ғәлиева (36-нан 55-кә тиклем), Фәнисә Ғайфуллина республика конкурсының 3-сө турына үтте.

Ансамблдәрҙән иң юғары баһаға Мағашлы-Алмантай ауылынан “Ужара” мари халыҡ фольклор (етәксеһе Әлфинә Алексеева), Асавка ауыл клубынан “Югдон” удмурт фольклор (етәксеһе Светлана Миндиярова), Мата ауыл клубынан “Миләш” вокаль (етәксеһе Эльвира Солтанова) лайыҡ булды.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

Балтас районы.

Читайте нас