Көтөп алған яҙғы каникул көндәре яҡынлаша. Быйыл Башҡортостанда ул 29 марттан 4 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Балалар уҡыуҙы 5 апрелдә башлаясаҡ. Әйткәндәй, Радий Хәбиров дүртенсе сиректә алты көнлөк уҡыу аҙнаһын ҡайтарырға тәҡдим итте. Был сығарылыш класс уҡыусыларына имтихандарға яҡшыраҡ әҙерләнһен өсөн, шәмбе көндө 9 һәм 11 синыфтарға уҡырға тәҡдим ителә. "Шулай ҙа һуңғы ҡарарҙы мәктәп етәкселеге, атай-әсәйҙәр хәл итә", - тине төбәк етәксеһе.