Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
14 Март 2021, 03:30
Тамашаларҙы яңыртылған мәҙәниәт йортонда ҡарайҙар
Ишембай районының Ишәй ауылында мәҙәниәт йорто яңыртылды.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проектына ярашлы, былтыр Ишембай районының Ишәй ауылында мәҙәниәт йорто яңыртылды.
Мәҙәниәт усағында сәхнә һәм тамашасылар залы тулыһынса реконструкцияланды. 190-дан ашыу театр креслоһы һатып алынды. Бейеүселәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылды.
Ауыл биләмәһе хакимиәте һәм китапхана урынлашҡан икенсе ҡатта ла ремонт яһалды. Бинаның фасады йылытылды, шулай уҡ Башҡортостан флагы төҫөндәге термопанель менән көпләнде. Өр-яңы балалар майҙансығы заман һәм хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирә.
Әле Ишәй ауыл мәҙәниәт йортонда төрлө саралар уҙғарыла. 10 мартта ғына Фольклориадаға әҙерлек эштәренә ярашлы “Торатау мираҫы” тигән район фольклор фестивале үтте. Унда Ишәй ауыл Советы һәм күрше ауылдар халҡы ҡатнашты. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарының гастроль эшмәкәрлеге лә әүҙем бара.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Tamashalar-i-ya-irtil-an-m--ni-t-yortonda-aray-ar-714467/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"