Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Март 2021, 07:04

Ҡариҙелдә - фажиғә...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә...

Бөгөн иртән Ҡариҙел районының Байҡы ауылында фажиғәле хәл теркәлгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, янғын эҙемтәһендә 1956 йылғы ирҙең үле кәүҙәһе табылған. Шулай уҡ йортта йәшәгән 1985 йылғы иргә медицина ярҙамы талап ителгән, ул урындағы үҙәк дауаханаға оҙатылған.
Ут сығыу тураһында хәбәр диспетчер бүлегенә таңғы сәғәт 6-ла еткерелә. Ваҡиға урынына шунда уҡ янғын һүндереүселәр ебәрелә.
"Ут тулыһынса 07.05 сәғәттә һүндерелә. Янғын эҙемтәһендә веранда юҡҡа сыға, ағас йорт зыян күрә. Осраҡ буйынса тикшереү бара, сәбәптәре асыҡлана. Ваҡиға урынында оператив-тикшереү төркөм эшләй", - тип хәбәр ителәләр ведомствонан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала көн һайын янғын сығыу осраҡтары теркәлә, кеше ғүмерҙәре өҙөлә. Һаҡ, иғтибарлы булайыҡ!
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/ari-eld--fagi-715049/
Читайте нас