Йәнтөйәк
+24 °С
Дождь
Антитеррор
Новости
13 Марта 2021, 06:50

Ваҡыт аҙ: бар мәсьәләләр аныҡ хәл ителергә тейеш

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының ултырышын үткәрҙе.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының ултырышын үткәрҙе. Был турала ул “Фейсбук”тағы сәхифәһендә яҙҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: фольклориада быйыл Башҡортостанда үтә.
“Был - фольклор өлкәһендә үҙенә күрә Олимпиада. Программала милли йыр-бейеүҙәр, күргәҙмәләр һәм музыкаль ҡоралдарҙа уйнау ҡаралған. Фестиваль беҙҙә былтыр уҡ үтергә тейеш ине. Әммә коронавирус сәбәпле уны кисектереп торҙоҡ. Шулай булғас, был бик оҙаҡ көтөлгән сара, тиергә мөмкин. Етмәһә, бөтәһе лә йәнле аралашыуға һыуһаған. Айырыуса халыҡ-ара булғанына. Бөгөнгә донъяның 70 иле фестивалдә ҡатнашырға теләк белдерҙе лә.
Фольклориада 3 июлдән 10-ына ҡәҙәр үткәрелә. Тантаналар республиканың 35 муниципалитетында үтә. Бик бай мәҙәни һәм эшлекле программа әҙерләйбеҙ. Бында ул турала яҙып тормайым, мәғлүмәт сараның сайтында бар. Хедлайнерҙар итеп бөтә донъяға танылған Рәсәй коллективтарын саҡырҙыҡ, тип кенә әйтәм. Улар араһында – Пятницкий исемендәге хор, Кубань казактары хоры, “Гжель” бейеү театры.
Беҙ тағы ла шундай үҙенсәлекле сара уйлап таптыҡ: Өфөнөң төп урамдарында парад үткәреү. Унан һуң донъяның 200-ләгән халҡы вәкилдәре тарихтағы иң ҙур “әйлән-бәйлән”гә баҫыр. Был ваҡиғаны теркәп ҡалдырыр өсөн Гиннесстың рекордтар китабына ғариза бирҙек.
Сараға тиклем дүрт айҙан кәмерәк ваҡыт ҡалды. Бар мәсьәләләр ҙә аныҡ һәм сифатлы хәл ителергә тейеш. Ойоштороусылар командаһын көсәйтер, туплар өсөн фестивалгә әҙерлек буйынса дирекция төҙөргә ҡуштым.
Был сара беҙҙең өсөн мөһим. Ул Рәсәйҙә тәү тапҡыр үткәрелә, шуға ла беҙ ышанысты аҡларға тейешбеҙ”, – тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото: pravitelstvorb.ru
Автор: Равиля Гатауллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Va-it-a--bar-m-s-l-l-r-ani-h-l-itelerg-teyesh-714424/
Читайте нас