Йәнтөйәк
+24 °С
Дождь
Антитеррор
Новости
13 Марта 2021, 03:35

Тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләре өйрәнелә

Өфөлә “ВДНХ-Экспо” майҙансығында “Экология һәм Технология” форумы булды.

Өфөлә “ВДНХ-Экспо” майҙансығында “Экология һәм Технология” форумы башланды. Форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм уның урынбаҫары Ирек Сәғитов тәбрикләне. Сара Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектын әүҙем тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Форумда республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнаша. Сара “Экология һәм технологиялар” махсус күргәҙмәһе менән киң эш программаһын берләштерә. Унда туранан-тура йәки онлайн ҡатнашырға мөмкин.
Экология министрлығынан белдереүҙәренсә, сараның эш программаһына ярашлы, һыу ресурстарын рациональ файҙаланыу, атмосфера һауаһына мониторинг мәсьәләләре буйынса бер нисә “түңәрәк өҫтәл” һәм фекер алышыу майҙансығы ойошторола.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров билдәләүенсә, йыл да был сараның үткәрелеүен экологтар көтөп ала һәм ул ил кимәлендә күтәрелгән мәсьәләләрҙе асыҡтан-асыҡ хәл итеү майҙансығы булып тора. Өс көн дауамында ”ВДНХ-Экспо” майҙансығында тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән инновацион йыһаздар һәм ҡоролмаларҙы күрһәтәсәктәр, донъя кимәлендә танылыу яулаған заманса техниканы, ресурстарҙы һаҡлау техологияларын күрергә була.
  • Был сараға төрлө өлкәлә эшләүселәр йыйылыуы ҙур әһәмиәткә эйә: тәү сиратта экологик мәҙәниәтте үҫтереүгә булышлыҡ итә, бизнес тарафынан да, йәмәғәт ойошмаларының да эшмәкәрлеген халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтеүебеҙ, ошо мәсьәләгә иғтибарҙы арттырыуыбыҙ мөһим. “Экология” милли проекты сиктәрендә “Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең комплекслы системаһын булдырыу” маҡсатында бөгөн сарала республикала эшләгән бөтөн төбәк операторҙары ла үҙҙәренең күргәҙмәһен тәҡдим итә. Бында уларға туранан тура һорау ҙа биреп була, яңылыҡтары менән дә танышыу мөмкинлеге бар, - тине Урал Искәндәров.
  • Сара ҡунаҡтарын Башҡортостандың ауыл хужалығы университеты ғалимдары һәм АгроТехСервис ябыҡ акционерҙар йәмғиәте тәҡдим иткән яңы проект айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы. “Тәбиғәт” тип аталған пандомат ПЭТ шешәләрҙе йыйыуға тәғәйенләнгән.
    • Бындай автомат булдырыу теләге менән күптән яна инек. Ошоға оҡшаш пандоматтарҙың бөтөн етешһеҙлектәрен дә, ыңғай яҡтарын да өйрәндек. Башҡа варианттарҙа пандомат шешәнең штрих-кодын уҡыһа, беҙҙең вариантта “аҡыллы робот” эшләй. Әгәр пандоматҡа икенсе әйбер һалһаң, ул уны “йотмаясаҡ”, кире сығарып бирәсәк, - тип һөйләй университеттың тәбиғәттән файҙаланыу һәм төҙөлөш факультеты деканы Радик Мостафин.
    • Экология форумы профессионалдар өсөн генә түгел, экологияны һаҡлауҙы үҙ бурысы итеп күргән ябай граждандар өсөн дә тәғәйенләнә. Унда икенсел сеймал ҡабул итеү акциялары, эшкәртелгән материалдарҙан тегелгән кейем-һалым дефилеһы, шулай уҡ экология дәрестәре уҙғарыла.
      Сараларҙы онлайн-форматта online.bvkexpo.ru. һылтанмаһы буйынса ҡарарға була.
      фото: Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан алынды.
      https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/T-bi-tte-a-lau-m-s-l-l-re-yr-nel-712177/
      Автор: Лилия Нуретдинова
      Читайте нас