«Рәсәй һәм Төркиә белгестәренең – атомщиктарҙың, инженерҙарҙың, эшселәрҙең берҙәм тырышлығы АЭСты билдәләнгән график буйынса төҙөүҙе тәьмин итеүе менән ҡәнәғәтмен», - ти Рәсәй лидеры. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, проект Төркиәнең энергетик хәүефһеҙлеген нығытыуға етди өлөш индерәсәк, Төркиә ҡулланыусыларын арзан һәм экологик электр энергияһы менән тәьмин итәсәк.