Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Март 2021, 04:15

Офсет килешеүҙәрен дә ҡулланыу планлаштырыла

2021 йылда Башҡортостан Хөкүмәте “Морат” курорты төҙөлөшө концессионеры менән килешеү төҙөргә уйлай.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Быйыл Башҡортостан Хөкүмәте барлыҡ миҙгелдә эшләйәсәк “Морат” курорт кластеры төҙөлөшө концессионеры менән килешеү төҙөүҙе планлаштыра. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов төбәктең инвестиция эшмәкәрлегенә арналған брифинг барышында белдерҙе.
– Бюджет сараларының дефициты осрағында дәүләт-шәхси партнерлығы өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала һәм уны әүҙемерәк тормошҡа ашырырға уйлайбыҙ. Шулай итеп, беҙ ҙур проектты – инвестиция күләме 9 миллиард һум тирәһе булған “Морат” курортын – тормошҡа ашырабыҙ. Ярты йыл элек был проект буйынса Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров контролендә булған юл картаһы яҙылған. Концессия килешеүенә быйыл ҡул ҡуйырға өмөт итәбеҙ. Был төбәктә туризм буйынса беренсе концессия килешеүе буласаҡ, – тине Рөстәм Моратов.
Ул шулай уҡ төбәктең дәүләт-шәхси партнерлыҡ милли үҙәге һәм “ВЭБ.РФ” корпорацияһы менән ныҡлы үҙ-ара эшмәкәрлек ойошторолған икәнлеге хаҡында әйтте. Республикала яңы инструмент – офсет килешеүҙәрен ҡулланыу планлаштырыла.
– Ошо аҙнала тиерлек Рәсәй Федерацияһы транспорты өлкәһендә беренсе офсет килешеүе тураһында иғланды көтәбеҙ. Беренсе офсет килешеүе Башҡортостан Республикаһында троллейбустарҙы етештереүҙе реанимациялау мөмкинлеген бирер тип өмөт итәбеҙ. Бөгөн шулай уҡ мәғариф ойошмаларында аҙыҡ-түлек блоктары өсөн ҡоролмалар етештереү өлкәһендә офсет килешеүе эшләнә. Был – айырыуса иғтибар бүленгән тағы бер йүнәлеш”, – тине Рөстәм Моратов.
Троллейбуйстарға ҡағылышлы килешеү иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ һәм сифатһыҙ автомобиль юлдары” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.
Рөстәм Моратовтың белдереүенсә, 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса иң яҡшы биш төбәгенә инеү мәсьәләһе тора.
Әйткәндәй, офсет килешеүе – дәүләт-шәхси партнерлыҡ инструменты.
Фото: республика Хөкүмәте.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Ofset-kileshe--ren-d--ullaniu-planlashtirila-713205/
Читайте нас