

Бөгөн Дыуан районы Арый ауылы мәҙәниәт йортонда «Сыңрау торна» IV башҡорт фольклоры фестивале-конкурсы уҙҙы. Унда Асҡын районынан Зәнилә Рыбина етәкселегендә “Хазина” халыҡ фольклор коллективы ҡатнашты. Конкурс талаптарына ярашлы, улар 15 минутҡа тиклем программа тәҡдим итеп, “Бәпес ҡотлау” йолаһын күрһәтте. Боронғо йыр һәм бейеүҙәргә бай был тамашаны филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, БР, РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре Розалия Солтангәрәева етәкселегендәге мәртәбәле жюри юғары баһаланы. Фестивалдә ҡатнашыусы 10 коллектив араһында “Хазина” коллективы Гран-при яуланы! Зәнилә Рыбина етәкселегендәге был коллективты лайыҡлы еңеү менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!


Наилә Имаева.