Башҡортостанда ауыл биләмәләре араһында «Йырсы ауыл» республика конкурсы бара. Кисә Урмияҙ ауылы мәҙәниәт йортонда конкурстың икенсе этабы уҙҙы. Йыр-моң бәйгеһендә һайлап алыу турын уңышлы үткән һигеҙ - вокаль, өс ғаилә ансамбле, 19 яңғыҙ башҡарыусы ҡатнашты. Жюри ҡарары буйынса Өфөлә уҙасаҡ Гала-концертта Үршиҙе ауылынан Альбина Насырова етәкселегендәге «Гөлнәзирә» вокаль-фольклор ансамбле сығыш яһаясаҡ. Улар “Алларын алға манам”, “Өммөгөлсөм” халыҡ йырҙарын башҡарҙы.