Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Март 2021, 10:30

Еңеүселәр аҡсалата бүләктәр алды

Ҡышлауйылға ауылында “Танып” шифаханаһы директоры Кашшаф Сәйфит улы Ямалетдинов призына саңғы ярыштары үтте.

Саңғы ярышы – райондаштарыбыҙҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыусы яҡшы традицияға әйләнгән бик шәп спорт байрамы ул. Бына бөгөн дә Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына бағышланған спорт байрамы Ҡышлауйылға ауылында “Танып” шифаханаһы директоры Кашшаф Сәйфит уы Ямалетдинов призына үтте. Уны Асҡын Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе Ҡышлауйылға урта мәктәбе һәм урындағы ауыл Советы менән берлектә ойошторҙо.
Шәхси беренселектә 5-се баҫҡыста (3 км) ҡыҙҙар араһында 1-се урынды - Асҡын 1-се мәктәбенән Алһыу Шәрәфетдинова, 2-се – Көнгәк мәктәбенән Диана Таваева, 3-сө урынды Көнгәк мәктәбенән Виктория Ғөбәйҙуллина яуланы.
4-се баҫҡыста (3 км) 1-се урынға – Упҡанкүлдән Алия Мусина, 2-се һәм 3-сө урындарға – Ҡышлауйылғанан Әлфиә Вәлиева менән Динара Шәрифханова сыҡты.
3-сө баҫҡыста (2 км) 1-се урынды – Упҡанкүлдән Аделия Хәкимова, 2-се – Яңы Ҡаҙансынан Гүзәл Әрмәншина, 3-сө урынды Ҡышлауйылғанан Аделина Ғилимшина алды.
1-2-се баҫҡыта (1 км) 1-се урынды – Упҡанкүлдән Алина Мәһәҙиева, 2-се – Ҡышлауйылғанан Элина Әхмәтшина, 3-сө урынды Асҡын 1-се мәктәбенән Сулпан Нуртдинова яуланы.
5-се баҫҡыста (3 км) егеттәр араһында 1-се урынға - Асҡын 1-се урта мәктәбенән Денис Смольников, 2-се урынға- Көнгәктән Рөстәм Шәймөхәмәтов, 3-сө урынға Упҡанкүлдән Илмир Әсләмов лайыҡ булды.
4-се баҫҡыста (3 км) 1-се урынды – Ҡышлауйылғанан Илназ Закиров, 2-се – Упҡанкүлдән Айбулат Сафин, 3-сө урынды Асҡын 1-се мәктәбенән Азамат Нуртдинов алды.
3-сө баҫҡыста 1-се һәм 2-се урындарҙы – Упҡанкүлдән Айбулат Гәрәев менән Руслан Ғәлиханов, 3-сө урынды Яңы Ҡаҙансынан Тимур Мөзәфәров яуланы.
1-се-2-се баҫҡыста 1-се урынға Арбаштан Рәсүл Ғайнуллин, 2-се һәм 3-сө урындарға Көнгәктән Әнфис Ғәбделйәнов менән Тимур Бәкиев сыҡты.
Өлкәндәр араһында 1-се урынға Упҡанкүлдән Валерий Мәһәҙиев, 2-се урынға – Ҡышлауйылғанан Мөнир Саттаров, 3-сө урынға Упҡанкүлдән Вадим Фәүзетдинов сыҡты. Конкурстан тыш йүгереүсе Ралит Вәлиевты бер кем дә уҙа алманы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан бер генә саңғысы Ҡышлауйылғанан Зәбирә Рәфҡәт ҡыҙы Закирова булды. Афарин!

Наилә Имаева.

Ришат Лотфуллин фотолары.

Читайте нас