Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Март 2021, 04:20

Ауыл халҡы күптән көткәйне

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, 400 кеше йәшәгән ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Стәрлетамаҡ районының Помряскин ауылында күптән көтөлгән ваҡиғаға шаһит булырға яҙҙы: 400 кеше йәшәгән төйәктә ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Бинаны көҙҙән үк күтәргәндәр, Айгөл ауыл Советы ярҙамы менән инженер коммуникациялары үткәрелгән, насос ҡуйылған, канализация, фильтрҙар урынлаштырылған, аҙ хәрәкәтләнгәндәр өсөн пандус эшләнгән. Яңы медицина пункты иркен һәм яҡты, 90 квадрат метр майҙанды биләй, бөтә кәрәкле медицина ҡорамалдары, йыһаздар бар.
"Район ҡулайлаштырыу осоронда 46 фельдшер-акушерлыҡ пунктының береһен дә юғалтманы. Халыҡҡа тәүге медицина хеҙмәтен ойоштороуҙың сифатын күтәреүҙең мөһимлеген яҡшы аңлайбыҙ", - тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Ғәзизов.
Стәрлетамаҡтағы 2-се ҡала дауаханаһының баш табибы Эльвира Ғилуанова әйтеүенсә, пациенттар хәҙер уңайлы шарттарҙа төрлө дауалау процедураларын аласаҡ, табиптар өсөн дә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Яҡташтарының шатлығын ветерандар советы рәйесе Петр Макеев, Айгөл ауыл биләмәһе башлығы Олег Федотов та уртаҡлашты.
Эльвира Ғилуанова ФАП буйынса экскурсия ойоштороп, кабинеттар менән таныштырҙы. Иң мөһиме – бында диагностик процедураларҙы үтеү өсөн бөтә ҡорамалдар бар, ҡалаға йөрөү кәрәкмәйәсәк. Электрокардиограмманы яһау менән уны ҡалалағы белгестәргә ебәреү мөмкинлеге ҡаралған. Дефибриллятор бар, анализдар алырға, прививка яһатырға, ашығыс медицина ярҙамы күрһәтергә бөтә шарттар булдырылған. Стәрлетамаҡ районы Помряскин ауылы халҡының шатлығы уртаҡ булһын!
Фото: Стәрлетамаҡ районы хакимиәте.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Auil-hal-i-k-pt-n-k-tk-yne-712425/
Читайте нас