Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Март 2021, 04:35

Таланттар балҡышы

Балтас районында барған “Йәш килен” республика этноконкурсында ҡатнашыусылар үҙҙәренең ижади һәләттәре менән һоҡландырҙы, рухландырҙы, уйландырҙы.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Балтас районында кисә “Йәш килен” республика этноконкурсының беренсе көнө уҙҙы. 15 бәйгесе үҙҙәре менән таныштырып, ижади һәләттәрен күрһәтте. Кемдер, һыуҙа йөҙөп йөрөгән аҡҡоштар һымаҡ, шундай килешле итеп бейене, кемдер моңло итеп бишек йырҙарын башҡарҙы, ә кемдер шиғри әҫәрҙе тасуири һөйләп, нәфис һүҙгә оҫталығын күрһәтте. Йәш килендәрҙең гүзәллегенә, һомғоллоғона, ижади һәләттәренә хайран ҡалды тамашасы.
Наилә Имаева.
Алһыу Шәймөхәмәтова фотолары.
Читайте нас