Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Март 2021, 07:05

«Шафиҡова уҡыуҙары»нда уҡыусылар, студенттар ҙа ҡатнаша ала

Кәүсәриә Шафиҡова ижадына арналған «Шафиҡова уҡыуҙары» республика фәнни-ғәмәли конференцияһы II – XI синыф уҡыусылары, уҡыу йорттары студенттары өсөн уҙғарыласаҡ. Уны Мәғарифты үҫтереү институты, Яңауыл районы мәғариф идаралығы, Яңауыл районы буйынса «Башҡортостан пионерҙары» төбәк балалар йәмәғәт ойошмаһының урындағы бүлексәһе, Яңауылдағы 1-се мәктәп ойоштора.

Бәйге Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты Кәүсәриә Шафиҡова ижадын, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын популярлаштырыу, үҫеп килеүсе быуынды гражданлыҡ һәм патриотик рухта тәрбиәләү маҡсатында үткәрелә. Ҡатнашыусылар түбәндәге йүнәлештәр буйынса фәнни-тикшеренеү эштәрен тәҡдим итә ала:
1-се секция – «Кәүсәриә Шафиҡованың тормошо һәм ижады»;
2-се секция – «Кәүсәриә Шафиҡова ижадында тыуған яҡ, тәбиғәт темаһы»;
3-сө секция – «Икмәк тәмен белгән кеүек,
Тәмен беләм өс телдең.
Ғүмеремә етер йәме
Байлығы был күңелдең» (Башҡорт әҙәби теленә һәм төньяҡ-көнбайыш диалектына сағыштырмаса һығымта яһауға ҡоролған эштәр ҡабул ителә).
4-се секцияла, конференцияға ярашлы, V – XI синыф уҡыусылары араһында шиғыр һөйләүселәр конкурсы үткәрелә (Ҡатнашыусылар төньяҡ-көнбайыш авторҙарының әҫәрҙәрен башҡара).
Конференцияла ҡатнашыу өсөн 20 мартҡа тиклем ойоштороу комитетының электрон почтаһына alfiya.farshatova@mail.ru, gulnara-mindiarowa@mail.ru ҡуйылған формала ғаризаны, персональ мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡты һәм тикшереү эшен ебәрергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо төркөмдә https://vk.com/club193544915 алырға мөмкин.
https://yanshishma.rbsmi.ru/news/Shafi-ova-u-iu-ari-nda-u-iusilar-studenttar-a-atnasha-ala-711998/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=45440006
Читайте нас