Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Март 2021, 11:45

Гран-приға Балтас килене Юлиә Вәлиева лайыҡ булды!

Балтас районында үткән “Йәш килен” республика этноконкурсы еңеүселәре билдәләнде.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балетмейстеры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Фәтих улы Ғәбитов рәйеслегендәге жюри “Йәш килен” республика этноконкурсы еңеүселәрен түбәндәгесә билдәләне.
1-се урынға — Дыуан районынан Айнә Ғирфанова, 2-се урынға — Балтас районынан Светлана Ғәлиева менән Дәүләкән районынан Гөлзирә Ҡарағолова, 3-сө урынға Асҡындан Земфира Сәлимгәрәева, Балаҡатай районынан Зинира Талипова, Тәтешле районынан Асия Фәтхетдинова, Балтас районынан Гөлназ Шәрифуллина лайыҡ булды.
Ҡалған бәйгеселәр төрлө номинацияларҙа билдәләнде: Балтас районынан Айгөл Хәмәтнурова — “Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаусы”, Борай районынан Зилиә Сәхәүетдинова —“Ғаилә ҡомартҡыларына һаҡсыл ҡараш”, Илеш районынан Гөлнара Хәләпова —“Шәжәрәлә – ғаилә тарихы”, Тәтешле районынан Эльвира Ахунова —“Талир тәңкә”, Туймазы районынан Сөмбөл Дауытова — “Шәжәрәлә – ғаилә тарихы”, Бишбүләк районынан Зөлиә Сираева “Үҙ төбәгенең аш-һыуын пропагандалаусы” .
Наилә Имаева.
Гөлнара Шәймөхәмәтова фотолары.
Читайте нас