Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Март 2021, 06:05

Балтаста — “Килен сәйе”!

“Йәш килен” республика этноконкурсы Балтас районында дауам итә. Бөгөн, 12 мартта, бәйгеселәр жюри иғтибарына килен сәйе әҙерләп күрһәтә. Асҡын районы килене Земфира Сәлимгәрәева ла милли ризыҡтарҙан торған өҫтәл әҙерләне һәм ҡунаҡтарҙы һыйланы. ...Килен сәйе. Йола буйынса туйҙың икенсе көнөндә йәш килен иртә менән тороп ҡоймаҡ ҡойоп, сәй табыны әҙерләгән. Ирен, ҡәйнә-ҡайнатаһын, туғандарын һыйлай. Килен сәйенән ауыҙ итергә, уның бирнәһен күрергә күрше-күлән инә. Был һынауҙы бөгөн беҙҙең бәйгесе йәш килендәребеҙ ҙә үтә, аш-һыуға оҫталығын күрһәтә.Шулай уҡ ҡул эштәре һәм үҙҙәренең ғәилә шәжәрәләре менән таныштырасаҡ.Асҡын районы данын яҡлаусы Земфира Фәнғәт ҡыҙы Сәлимгәрәева ла хеҙәттәштәре ярҙамында милли ризыҡтарҙан торған бай сәй табыны әҙерләп, жюри ағзаларын һәм ҡунаҡтарҙы һыйланы.Наилә Имаева.Земфира Сәлимгәрәева фотолары.

“Йәш килен” республика этноконкурсы Балтас районында дауам итә. Бөгөн, 12 мартта, бәйгеселәр жюри иғтибарына килен сәйе әҙерләп күрһәтә. Асҡын районы килене Земфира Сәлимгәрәева ла милли ризыҡтарҙан торған өҫтәл әҙерләне һәм ҡунаҡтарҙы һыйланы.
...Килен сәйе. Йола буйынса туйҙың икенсе көнөндә йәш килен иртә менән тороп ҡоймаҡ ҡойоп, сәй табыны әҙерләгән. Ирен, ҡәйнә-ҡайнатаһын, туғандарын һыйлай. Килен сәйенән ауыҙ итергә, уның бирнәһен күрергә күрше-күлән инә. Был һынауҙы бөгөн беҙҙең бәйгесе йәш килендәребеҙ ҙә үтә, аш-һыуға оҫталығын күрһәтә.
Шулай уҡ ҡул эштәре һәм үҙҙәренең ғәилә шәжәрәләре менән таныштырасаҡ.
Наилә Имаева.
Земфира Сәлимгәрәева фотолары.
Читайте нас