Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Март 2021, 16:05

Академия үҙгәртелә, институт федераль милеккә тапшырыла

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Фәндәр академияһын һәм уның ҡарамағындағы ойошмаларҙы үҙгәртеп ҡорорға, академияның Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтын федераль милеккә тапшырырға ҡарар ителде. Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, “Башҡорт энциклопедияһы” фән учреждениеһы һәм Стратегик тикшеренеүҙәр институты “Башҡортостан Республикаһының Социаль-гуманитар тикшеренеүҙәр һәм энциклопедистика институты” дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһы итеп берләштерелә.
Бынан тыш, Фәндәр академияһының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты Башҡортостан дәүләт медицина университеты ведомствоһына индерелә.
Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов әйтеүенсә, был үҙгәрештәр – заман талабы.
“Бындай ҡарар ныҡлы тикшерелде һәм ғалимдарҙың күпселегенең фекерен сағылдыра. Эшмәкәрлегебеҙҙең йөкмәткеһе үҙгәрешһеҙ ҡала, тик ойоштороу формаһы ғына үҙгәрә. Мәҫәлән, Күҙ ауырыуҙары институты БДМУ менән интеграциялана. Был аңлашыла, сөнки медицина алдында ҙур бурыстар тора, һәм берләшеү генә мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеген бирә. Стратегик тикшеренеүҙәр институтына килгәндә, ул һәр саҡ иҡтисади тикшеренеүҙәргә өҫтөнлөк бирҙе, ә бөгөн йәмәғәтселек фекерен өйрәнеүгә бәйле гуманитар йүнәлештәге тикшеренеүҙәр мөһим. Бөгөн ғалимдарҙың тикшеренеүҙәрен бер юҫыҡтан икенсегә күсереү йәһәтенән күрелгән саралар ҙа – заман талабы. Башҡорт энциклопедияһы – республикабыҙҙы үҫтереү, уның абруйын арттырыу буйынса эш алып барған учреждение. Ул яңы ойошторолған Сәйәси тикшеренеүҙәр институты менән интеграцияға инә. Бындай саралар менән беҙ төбәк фәненең республика үҫешенә йоғонто яһауын күрһәтергә теләйбеҙ. Беҙ, Фәндәр академияһы булараҡ, шул уҡ составта ҡалабыҙ, һәм ғалимдарға ярҙам күрһәтеүгә бәйле бөтә мәсьәләләр ҙә һаҡлана”, – тине Әлфис Ғаязов.
Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты менән Башҡортостан дәүләт медицина университеты интеграцияһына килгәндә, ике ойошманың коллективы ла был фекерҙе хуплап ҡабул иткән.
“Күҙ ауырыуҙары институты элек тә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағында ине. Учреждениеларҙы берләштереү, беренсенән, Башҡортостан фәне донъя кимәлендә күренһен өсөн яңы ғилми йүнәлештәрҙе ғәмәлгә индереү, белем экспортында әүҙемерәк ҡатнашыу мөмкинлеген бирә. Бөгөн беҙҙә 54 илдән 2,5 мең студент уҡый, киләсәктә уларҙың һаны тағы ла артасаҡ. Ғилми-тикшеренеү институты нигеҙендә өр-яңы кафедралар асыла. Был шулай уҡ сит илдән ауырыуҙарҙы йәлеп итеү, йәғни институтты федераль, донъя кимәленә сығарыу мөмкинлеген бирәсәк. Үҙгәреш ике учреждениеға ла файҙаға буласаҡ, республикалағы бөтә донъяға билдәле офтальмология ғилми мәктәптәрен һаҡлап ҡалырға һәм үҫтерергә булышлыҡ итәсәк. БДМУ белем биреү, ғилми базаһын киңәйтәсәк. Ә иң мөһиме - офтальмология фән булараҡ үҫеш аласаҡ”, – тине БДМУ ректоры Валентин Павлов.
Уның әйтеүенсә, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты федераль милеккә күсһә лә, уның структураһы үҙгәрешһеҙ ҡала, бөтә филиалдар ҙа эшен дауам итә.
“Әлеге үҙгәрештәр – бөгөн Рәсәйҙә ғәмәлгә индерелгән программа документтарын тормошҡа ашырыу миҫалы ул, – тине Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры, иҡтисад фәндәре докторы Александр Дегтярев. – Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһына – 30 йыл. Ошо ваҡыт эсендә ҙур интеллектуаль ҡеүәт тупланды. Ләкин бер үк ваҡытта донъя ла, иҡтисад та үҙгәрҙе, заман яңы ҡараштар талап итә. Шуға күрә Фәндәр академияһының донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәктәренә интеграцияһы ошо талаптарға яуап булып тора. Әлбиттә, академияның структураһы ла әүәлгесә ҡала алмай, уның составына ингән институттар ҙа үҙгәрә. Беҙ быны дөрөҫ һәм ваҡытлы ҡарар тип иҫәпләйбеҙ. Фәндәр академияһын финанслау күләме – 30 миллион һум, ғалимдарҙың ғилми ҡеүәтен тулыһынса файҙаланыу өсөн был бик аҙ. Беҙҙең институтта 80 миллион һумлыҡ дәүләт заданиелары үтәлә. Был аҡса донъя кимәлендәге ғилми белем биреү үҙәге нигеҙендә Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш программаһын фәнни йәһәттән үҫтереүгә йүнәлтеләсәк”.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/Akademiya--g-rtel--institut-federal-milekk-tapshirila-714205/
Читайте нас