Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Март 2021, 11:50

Журналистар әҙерләүгә иғтибар арта

Азат Бадранов Журналистар союзына БДУ менән берлектә журналистар әҙерләү программаһын төҙөргә тәҡдим итте.

Вице-премьер Азат Бадранов Журналистар союзына БДУ менән берлектә журналистар әҙерләү программаһын төҙөргә тәҡдим итте. Был программа буйынса тәжрибәле практик-журналистар уҡытасаҡ. Уларҙың хеҙмәтенә түләү өсөн гранттарҙы файҙаланырға мөмкин.
Вице-премьерҙың фекеренсә, ҡайһы бер журналистар грант тамамланғас та йәш кадрҙар әҙерләү өсөн уҡытырға ҡала ала. Ул шулай уҡ ҙур киң мәғлүмәт саралары нигеҙендә айырым “ғәмәли журналистика” кафедраларын асыу идеяһын да белдерҙе.
“Асылда, мин журналистика үҙәген дә, журналистар өсөн компетенциялар үҙәген дә асырға тәҡдим иткәнем юҡ. Ҡайһы бер матбуғат саралары мине дөрөҫ аңламаған. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары коллегияһында журналистар әҙерләү тураһында фекер алыштыҡ. Төрлө фекерҙәр яңғыраны. Практик йүнәлеш йәһәтенән БДУ-ның журналистика факультетын тәнҡитләгәндәр ҙә булды. Коллегиянан һуң етди компаниялар һәм холдингтар миҫалы буйынса Башҡорт дәүләт университетында журналистар әҙерләү өсөн БЮТ кафедраһын йәки “Башинформ” кафедраһын асһаҡ нисек булыр икән, тигән фекер тыуҙы”, – тине Азат Бадранов.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Gurnalistar--erl-g-i-tibar-arta-711565/
Читайте нас