11-12 мартта Балтас районында «Йәш килен» республика этноконкурсы үтә. Ул Бөтә Рәсәй «Шәжәрә» мәҙәни-мәғариф проекты буйынса, шулай уҡ иғлан ителгән Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы, Башҡорт тарихы йылы уңайынан ойошторола. 35 йәшкә тиклем уңған, башҡорт телендә иркен аралашҡан, талантлы, матур, сая килендәрҙе республика конкурсында көтөп ҡалалар.
Асҡын районы данын был мәртәбле конкурста бар эшкә лә оҫта, ижади күңелле йәш килен Земфира Фәнғәт ҡыҙы Сәлимгәрәева яҡлай. Тормош иптәше Равиль менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Йыр-моңға ғашиҡ Земфира Фәнғәт ҡыҙы Район клуб-китапхана системаһында балалар-үҫмерҙәр менән эшләү буйынса баш методист булып хеҙмәт һала.