Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Март 2021, 05:25

Бер юлы биш хеҙмәткәр ҡулға алынды

Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә...

Өфөлә ЮХХДИ-ның биш инспекторы имтихан тапшырмағандарға водитель танытмаһы биреүҙә ғәйепләнеп ҡулға алынған.
Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы Эске Эштәр министрлығы ЮХХДИ идаралығындағы район-ара теркәү-имтихан бүлегенең начальник урынбаҫары һәм дүрт ЮХХДИ инспекторын ришүәт алыуҙа ғәйепләп енәйәт эше ҡуҙғатты.
Тәфтишселәр фаразы буйынса, шик аҫтында булған хеҙмәткәрҙәр 2017 йылдан 2020 йылға тиклем аралашсылар аша имтихан тапшырмағандарға водитель танытмаһы биреүгә булышлыҡ иткән. Ришүәт хаҡы 14 мең һумдан 40 мең һумға тиклем, йәғни хаҡ транспорт сараһы категорияһына һәм уларҙың һанына ҡарап билдәләнгән
Бынан тыш, бер аралашсыға, шулай уҡ ришүәт биргән кешегә ҡарата “ришүәтселектә аралашсы” һәм “ришүәт биреү” статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Ber-yuli-bish-he-m-tk-r-ul-a-alindi-710194/
Енәйәт осрағын республика буйынса Тәфтиш идаралығы тәфтишселәре менән Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәүефһеҙлек хеҙмәтенең оператив-эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре бергә эшләү һөҙөмтәһендә асыҡлаған.
Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған, тикшереү бара, был эшкә ҡатнашлығы булғандар асыҡлана.
Фото: gp.by
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас